День национального костюма

Буздяк районында 41 милләт вәкиле йәшәй. Милли кейем көнө уңайынан байрам сараһында фольклор коллективтары, балалар музыка мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары,йәштәр һәм татар милли-мәҙәни үҙәктәре вәкилдәре, китапхана һәм район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре ихлас ҡатнашты. Һәр коллектив сағыу һәм матур милли костюмдарҙа парад менән үтте, “Узорица”, “Иволга”, “Серле шишмә”, “Ихлас” рус, татар, башҡорт фольклор ансамблдәре музыкаль тамаша менән сығыш яһаны. Сарала төрлө халыҡтар көйҙәре яңғыраны, милли уйындар ойошторолдо, халыҡ таҡмаҡ көйҙәренә бейене. Байрам күптәрҙең күңелендә яҡты һәм күңелле ваҡиға булараҡ иҫтә ҡалыр тип уйлайбыҙ.


Карта сайта
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих
персональных данных. Подробности в - ПОЛИТИКЕ КОНФИДЕНЦИАЛЬНОСТИ